Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Централизованная библиотечная система»
муниципального района Илишевский район Республики Башкортостан

Режим работы

ПН-ПТ: 09:00-18:00
СБ: 09:00-16:00
Обед: с 13:00 до 14:00
ВС: выходной

Интернет-марафон.

13.04.2020

Илеш районының үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре «Әҙәби марафон» иғлан итә. Ул Башҡортостан яҙыусылары ижадына арнала.

Республикала тыуған яҡташ яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, ижадын пропагандалау маҡсатында ойошторолған интернет-марафонда һәр кем ҡатнаша ала. Ойоштороусылар тағы ла ваҡытты файҙалы үткәреүҙе, матур ғәҙәт — китап уҡыуҙы популярлаштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.

Марафонда ҡатнашыу өсөн бары тик Башҡортостан яҙыусыларының башҡорт, татар, рус йәки башҡа телдәрҙә баҫылған әҫәрҙәрен уҡып, улар тураһында үҙ фекерегеҙҙе еткереү. Яҙмаларҙы фотолар, әҫәрҙән цитаталар, яҙыусы тураһында мәғлүмәт менән биҙәү тағы ла һәйбәтерәк. Әҫәр ниндәй баҫманан уҡылыуы мөһим түгел: китап, журнал, гәзит, электрон баҫма һәм башҡалар.

3 апрелдә башланған марафонға 3 майҙа йомғаҡ яһала. Еңеүсене шәп бүләк- китаптар көтә!

Яҙмаларҙы «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Фейсбук» селтәрҙәренә мотлаҡ  #әҙәби_марафон,  #Башҡортостан_яҙыусылары,  #мин_китапуҡыйым,  #Илеш_китапханаһы  хештектары менән урынлаштырырға.

Әйҙәгеҙ китап уҡыйыҡ һәм бер беребеҙгә тәҡдим итәйек!